9 декабрь, Йома

08 май 2010 йыл, 9:51

«Башинформсвязь» ветерандарға телефон аша бушлай һөйләшеү мөмкинлеге бирә

автор: Любовь Колоколова

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ветерандарға бүләк әҙерләгән. 7 — 9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләргә телефон аша бушлай һөйләшеү мөмкинлеге бирелә.  

Был фатирҙағы телефондарҙан йәки һөйләшеү пункттарынан зона эсендәге (Башҡортостан эсендә) телефон аша һөйләшеүҙәргә ҡағыла. Бер кеше һөйләшеүенең дөйөм оҙайлығы 15 минуттан артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, тейешле танытмалар нигеҙендә ҡабул итеү пункттарында һәм фатир телефондары аша төбәк эсендәге телеграммалар бушлай ҡабул ителә.  

«Башинформсвязь» шулай уҡ бар категориялағы ҡулланыусылары өсөн дә ташламалар билдәләне: үрҙә күрһәтелгән көндәрҙә фатир телефондарынан һәм һөйләшеү пункттарынан зона эсендәге һөйләшеүҙәргә хеҙмәт күрһәткән мәлдә ғәмәлдә булған тарифҡа ҡарата 25 процентлы ташлама яһаласаҡ.