Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Пенсия фондының республика бүлексәһе ветерандарға 284 миллион һум күләмендә түләүҙәр башҡарған

Иҡтисад

Апрелдә, пенсия менән бер үк ваҡытта, республика ветерандарына бер тапҡыр бирелеүсе 284 миллион һумдан ашыу түләү башҡарылған. Был турала Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фонды Бүлексәһенән хәбәр иттеләр.  

Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелеүсе түләү 127139 ветеранға билдәләнгән. Шуларҙан  41010 кеше 5 мең һум алды. Улар иҫәбенә һуғышта йәрәхәтләнгән инвалидтар, һуғышта ҡатнашыусылар, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, шулай уҡ Япония һәм Финляндияла һәләк булғандарҙың тол ҡатындары, вафат булған һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары, элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары, һауаға ҡаршы оборона объекттарында эшләгән граждандар инә.

1 мең һум күләмендә түләүҙәр 86029 тыл хеҙмәтсәненә һәм биш элекке бәлиғ йәштәге концлагерь тотҡонона билдәләнгән.

Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фонды Бүлексәһе Идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Пенсия фонды органдары документтары менән мөрәжәғәт иткән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам биреүҙе дауам итә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть