3 декабрь, Шәмбе

08 май 2010 йыл, 9:22

Декларация кампанияһына тәүге йомғаҡ яһалды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Законға ярашлы иҫәп-хисап бирергә тейешле граждандар өсөн 2009 йылға физик шәхестәр килеменә һалым буйынса декларациялар тапшырыу ваҡыты үтте. Физик шәхестәргә шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе кешеләр, шәхси мөлкәтен һатып килем алған граждандар һәм башҡалар инә.

Үҙенең килеменә шулай уҡ торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарын, транспортын һәм башҡа төрлө мөлкәтен ҡуртымға биреүсе граждандар ҙа декларация тултырырға тейеш ине.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 майға ҡарата 2009 йыл өсөн физик шәхестәрҙең килеменә һалым буйынса 100 меңдән ашыу декларация ҡабул ителгән, уҙған йылдағы ошондай уҡ осор менән сағыштырғанда был 23 процентҡа аҙыраҡ. Декларанттар иҫәбе кәмеүе һалым ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелеүе менән аңлатыла.

Ҡабул ителгән декларациялар нигеҙендә бюджетҡа түләнергә тейешле һалым суммаһы 172 миллион һум тәшкил иткән. Документтарҙың дөйөм иҫәбенән 30 процент — мөлкәтен һатыуҙан килем алған кешеләр.  

2008 һәм 2009 йылдарҙа һалым органдары менән башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә, ойошманың устав капиталындағы өлөшөн һатыуҙан килгән килемдән һалым түләгән физик шәхестәр иҫәбе ярайһы артҡан.

Шулай ҙа декларация биреүҙән ялтаныусы физик шәхестәр ҙә юҡ түгел. Һалымсылар Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына түләнергә тейешле һалым суммаһын һалым түләүсе хаҡындағы мәғлүмәт нигеҙендә иҫәп-хисап юлы менән билдәләүгә хоҡуҡлы. Һалым түләмәгән осраҡта граждан һалым яуаплылығына тарттырыла.

темалар: һалым