5 декабрь, Дүшәмбе

08 май 2010 йыл, 9:02

Бәләбәй ҡалаһы музейында «Еңеүселәр галереяһы» асылды

автор: Любовь Иванова

Еңеүҙең 65 йыллығына «Белебеевские известия» гәзите мөхәрририәте һәм ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейы фронтта төшөрөлгән фотоларҙан “Еңеүселәр галереяһы” күргәҙмәһен әҙерләне. Был проект редакцияға туғандарының һуғыш заманындағы уникаль фотоһүрәттәрен алып килгән уҡыусылар ярҙамында бойомға ашырылған. Уларҙан яугирҙарыбыҙҙың Чехословакияла еңеүҙе байрам итеүен, беҙҙең легендар бәләбәйле – генерал И.А.Ласкиндың Паулюсты пленға алыуын, һалдаттарҙы фронтҡа нисек оҙатыуҙарын, Австрияла ялға туҡтауҙарын, госпиталдәрҙә дауаланыуҙарын, еңеүҙе Берлинда ҡаршылауҙарын һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.

Мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәре фотографияларҙың электрон банкын булдырҙы,  Бәләбәй ҡала типографияһы менән «Калейдоскоп» медиахолдингы уларҙы күргәҙмә форматында баҫып сығарҙы. «Кристи» реклама агентлығы «Белебеевские известия» хеҙмәткәре А.Вождаев эскизы буйынса баннер-саҡырыу әҙерләне. Музей һәм «Курсор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фоторамдар һатып алды. Күргәҙмәне тантаналы асыу сараһы музейҙа фронтовиктар һәм уҡыусы балалар ҡатнашлығында 5 майҙа үтте. Беренсе экскурсияны мөхәррир урынбаҫары, «Ветеран» рубрикаһын алып барыусы Асия Кәбирова үткәрҙе.

Еңеүселәр галереяһы «Белебеевские известия» гәзите сайтында (belizv.ru) урынлаштырылған.