7 декабрь, Шаршамбы

07 май 2010 йыл, 17:36

Импортты үҙебеҙҙә етештерелгәнгә алмаштырыу Башҡортостандың аграр секторына ыңғай тәьҫир итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған йылда яңы запас частар һатып алыуға һәм туҙған деталдәрҙе тергеҙеү технологияларын индереүгә республиканың машина-технологик станцияларының (МТС) сығымдары 90 миллион һум тирәһенә кәмегән. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай һөҙөмтәгә импортты алмаштырыу арҡаһында өлгәшкәндәр.  

Республика МТС-тары ҡулланылышта булған импорт техника өсөн бығаса сит илдән һатып алынған 700 төрҙән ашыуыраҡ яңы запас частан баш тартҡан. Был тенденция  республика предприятиеларында үҙебеҙҙә етештерелгән машиналар өсөн дә ярайһы ҙур запас частар номенклатураһы производствоһын локалләштерергә мөмкинлек бирәсәк.  

Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарын импорттан үҙебеҙҙә етештерелгәндәргә алмаштырыу эше лә маҡсатлы алып барыла. Мәҫәлән, 2009 йылдағы уңыш йыйыу осоронда «Зиргән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә сит илдә етештерелгән иген урыу комбайнын файҙаланғанда үҙебеҙҙә етештерелгән мотор майын ҡулланыу буйынса эксперимент үткәрелгән. Һөҙөмтәлә бар МТС-тарҙа ла һәр төрлө сит ил машиналарында бындай һынауҙарҙы дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Сит ил техникаһын файҙаланғанда үҙебеҙҙең илдә етештерелгән мотор майын ҡулланыу файҙаланыу сығымдарын 40 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә.

Бынан тыш, республика МТС-тары автотранспорты эшен оптималләштереү маҡсатында 2009 йылда КАМАЗ автомобилдәренә навигацион ҡорамалдар ҡуйылған, был йөк ташыу нәтижәлелеген ярайһы күтәрергә мөмкинлек биргән. Быйыл үҙйөрөшлө сапҡыстар паркына һәм иген урыусы комбайндарға Ер юлдашы контроле системаһын ҡуйыу планлаштырыла.  

темалар: ауыл хужалығы