3 декабрь, Шәмбе

07 май 2010 йыл, 17:01

9 майҙа Башҡортостанда яҙғы сәсеү планын үтәү 50 процентҡа етәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика эшсәндәре 9 майҙа яҙғы сәсеү планы буйынса 50 процентҡа етергә ниәтләй. Бының өсөн бөтәһе лә бар, һауа торошо ла сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға булышлыҡ итә.

— Бөгөн республика баҫыуҙарында бар төп культураларҙы сәсеү бер үк ваҡытта алып барыла. Йылы яратыусы ҡарабойҙай менән кукуруз ғына иҫәпкә инмәй, — тип баҫыу эштәренә аңлатма бирә БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселекте интенсификациялау һәм мелиорация бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев.

Оператив мәғлүмәткә ярашлы, республикала яҙғы сәсеү 523 мең гектарҙа башҡарылған. Был планға ҡарата 27 процент. Шул иҫәптән яҙ сәселеүсе иген һәм ҡуҙаҡлылар культураһы 402 мең гектарҙы тәшкил итә. Шәкәр сөгөлдөрө 13600 гектар майҙанда сәселгән, планда ҡаралғандың был 21 процентын тәшкил итә. Параллель рәүештә май һыҡтырыуға көнбағыш та сәселә, уға 29000 гектар ер бүленгән (20%).

Сәсеү кампанияһы Саҡмағош районында һәйбәт ойошторолған. Бөгөнгө көндә был райондың ауыл хужалығы предприятиелары эшсәндәре планлаштырылған майҙандың 76 процентында яҙғы сәсеүҙе тамамлаған. Дүртөйлө районында сәсеү планда ҡаралғандың 63 процентында үткәрелгән, Туймазыла – 50 процент. 2010 йылғы сәсеү кампанияһының алдынғылары иҫәбендә Илеш, Бүздәк, Баҡалы һәм Мәләүез райондары хеҙмәтсәндәре, унда сәсеү 40 процент майҙанда үткән.