10 декабрь, Шәмбе

07 май 2010 йыл, 16:24

Стәрлетамаҡта «Каустик» ветерандары иғтибар һәм хәстәрлек менән уратылған

автор: Сергей Захаров | фото: Гузель Хабдулина

Стәрлетамаҡтың «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен хөрмәтләү тантанаһы үтте.    

Предприятиеның йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙы асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге һәм профсоюз комитеты, ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡотланы.  

Улар геройҙарға Бөйөк Еңеү өсөн рәхмәтен белдерҙе. Һәм хәҙерге йәштәрҙең һәм һалдаттарҙың Ватанға хеҙмәт итеп, маҡтаулы граждан бурысын лайыҡлы үтәүҙәренә, Рәсәй мундиры намыҫын яуаплы һаҡлауҙарына ышандырҙы.  

— Һәр беребеҙ Ватанға изге бурысын ҡайтарҙы һәм һөҙөмтәлә дүрт мөһим тәғәйенләнеште үтәне, — тине предприятие ветераны, Сталинградты обороналауҙа ҡатнашҡан Клавдия Болотова:

— Беренсенән, сикһеҙ тырышлыҡ менән беҙ миллионлаған кешенең тормошон пыран-заран иткән, донъя тарихының яңы бите өсөн иҫәп башы булған ҡот осҡос һуғышта еңдек. Икенсенән, беҙ һуғыштан һуң илде яңынан тергеҙҙек. Өсөнсөнән, бала таптыҡ һәм үҫешмәгән медицина һәм тотороҡһоҙ матди хәлдә балалар тәрбиәләнек. Ниһайәт, һәр беребеҙ уҡытыусы һәм остазға әйләнде, үҙебеҙҙе яҙмыш нимәгә өйрәткән, үҫеп килеүсе быуынға ла шуны бирергә тырыштыҡ.  

Әлеге ваҡытта «Каустик»тың ветеран ойошмаһында 3505 эшләмәүсе ветеран, шул иҫәптән 26 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 192 тыл хеҙмәтсәне һәм 56 һуғышта ҡатнашыусының тол ҡатыны, иҫәптә тора.

Предприятие уларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтә. Ағымдағы йылда ветерандарҙың торлағын йүнәтеүгә ярты миллион һум аҡса бүленгән.

Йыл һайын ололарға шифаханаға бушлай путевка бирелә, даими рәүештә матди ярҙам бүленә, шул иҫәптән ҡиммәтле дарыуҙар һатып алыуҙа ла ярҙам күрһәтелә.

темалар: ветерандар