Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә талпанға ҡаршы көрәшәләр

Йәмғиәт

Өфөлә урман массивтарын талпандан әүҙем эшкәртеү үткәрелә. Өфө дезинфекция станцияһы был зоналарҙы махсус иҙмә менән эшкәртә. Станцияның баш врачы Александр Мочалкин хәбәр итеүенсә, урмандарҙы эшкәрткәндә файҙаланылған препарат тирә-яҡ мөхиткә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй.

— Республикала талпандарҙың әүҙемлек осоро ярайһы уҡ оҙон. Ҡағиҙә булараҡ, ул майҙа башлана һәм августың тәүге яртыһында тамамлана, — ти Александр Павлович. — Бындай санитар эшкәртеү өфөләрҙе хәүефле бөжәктәр тешләүенән һаҡларға тейеш.

Ҡала халҡына һаҡ булырға тәҡдим ителә. Ҡала ситендә бейек үләнле, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫкән участкаларҙан ситтәрәк булыу хәйерле. Тап шундай урындарҙа талпандар кешегә йышыраҡ һөжүм итә.

— Ҡаланың урман массивтарын дезинфекциялау буйынса эш иртәгә, 8 майҙа, тамамлана, — тип дауам итә Александр Мочалкин. – Өфөлә күмәк кешеләр ял итә торған урындар хәҙер тулыһынса хәүефһеҙ. Байрамдарҙан һуң, популяр ял базаларын индереп, Өфө районы биләмәләрен дә эшкәртергә планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть