10 декабрь, Шәмбе

07 май 2010 йыл, 15:38

Муниципаль милек менән идара итеү комитеты аукциондар үткәрә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө хакимиәтенең муниципаль милек менән идара итеү комитеты 7 майҙа ҡаланың Калинин, Киров һәм Октябрь райондарында индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөүгә хоҡуҡтарҙы һатыу буйынса сауҙа үткәрҙе. Ҡуртым килешеүе ваҡыты — ун йыл. Алдан индерелгән аҡса суммаһы һатыуҙың башланғыс хаҡының 20 процентын тәшкил итә, аукцион аҙымы – биш процент. Өфөлә, Нагаево һәм Жилин ауылында урынлашҡан бөтәһе ун лот ҡуйылды. Объекттарҙың минималь  ҡуртым хаҡы 338 меңдән 519 740 һумға тиклем.      

14 майға шулай уҡ муниципаль торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын милекселеккә һатыу буйынса сауҙа тәғәйенләнде. Ике лотҡа Өфөнөң алты районынан объекттар инә. Беренсе лоттың башланғыс хаҡы, өҫтәмә хаҡҡа һалымды индереп, 140 миллион һум тәшкил итә, аукцион аҙымы – өс процент. Икенсе лоттың башланғыс хаҡы – һигеҙ миллион һумдан ашыу.

Май аҙағында муниципаль торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына тағы бер аукцион үтергә тейеш.

Быйыл апрелдә ике аукцион иғлан ителгәйне, уларҙа 30-ҙан ашыу лот ҡуйылғайны. Һигеҙ лот буйынса ғына еңеүселәр билдәләнде. Ҡалғандары буйынс, заявкалар булмау сәбәпле, аукциондар килеп сыҡманы, тип танылды.