6 декабрь, Шишәмбе

09 май 2010 йыл, 9:15

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән!

автор: “Башинформ”

9 май – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һуғыш һәм тыл ветерандарын, бөтә республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре!

Хөрмәтле ватандаштар!

Һеҙҙе бөтә халыҡ байрамы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайым!

Яҙҙың был сыуаҡ көндәрендә бөтә донъя тиңһеҙ ватансылыҡ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, бөтә кешелек киләсәген һаҡлап алып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә ала. Уҙған тиҫтә йылдар Ватаныбыҙ азатлығын һәм ерҙә тыныс тормошто яҡлап алып ҡалған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ, героик батырлығының һүнмәҫ әһәмиәтен тағы ла яҡтыраҡ сағылдыра бара.

Был Тыуған илебеҙҙең һоҡланғыс тарихына мөрәжәғәт итеү, үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте, батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән илебеҙҙең намыҫын, азатлығын һәм киләсәген һаҡлап алып ҡалған өлкән быуындарҙың бөйөк батырлыҡтарын тәрән рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алыу өсөн тағы бер бик яҡшы мөмкинлек.

Был бөтә күп милләтле халҡыбыҙҙың дан, мәңгелек хәтер һәм еңеүселәрҙең – фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең намыҫлы, героик быуынына икһеҙ-сикһеҙ рәхмәт белдереү көнө. Ул рәсәйлеләрҙең рухи көс, ғорурлыҡ һәм патриотизмының бөткөһөҙ сығанағы булып хеҙмәт итә, бөтә ер йөҙөндәге изге ихтыярлы кешеләрҙе берләштерә. Ул һәр ваҡыт беҙгә еңеүсе халыҡтың рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәре тураһында иҫкәртеп тора.

Еңеүсе һалдат һәм тыл хеҙмәткәренең яҡты образы, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт даны, изге традициялары, Тыуған илгә ҡайнар һөйөү, халыҡтарҙың дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ өлгөһө – беҙҙең мәңгелек баһалап бөткөһөҙ ҡаҙанышыбыҙ. Һәм беҙ бөйөк азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында ҡаҡшамаҫ сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән, сикһеҙ ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп, бөйөк еңеү яулаусыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Улар емерелгән илде аяҡҡа баҫтырҙы, уның төбәктәренең ҡеүәтле үҫешен, матди һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм арттырыуҙы тәьмин итте, шулар арҡаһында беҙ бөгөн дә Тыуған илебеҙҙең именлеген, оборона һәләтлелеген һәм ҡеүәтен нығыта алабыҙ.

Тыуған Башҡортостаныбыҙ ҡаҙаныштарында беҙ яу яландарында һәм хеҙмәт фронтында үҙ-үҙҙәрен аямаған өлкән быуындарыбыҙҙың индергән өлөшөн күрәбеҙ. Республикабыҙҙың ышаныслы үҫеше – йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын халыҡ хәтерендә һаҡлау буйынса изге эштең, ветерандар хаҡында хәстәрлектең ышаныслы нигеҙе. Һәм был – халҡыбыҙҙың, бөтә дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының, хеҙмәт коллективтарының һәм йәмәғәт ойошмаларының изге бурысы.

Бөйөк еңеүебеҙ хаҡында яҡты иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығый барһын. Тыуған илебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан иткән батырҙарыбыҙға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәхет теләйем!

Байрам, Еңеү көнө менөн, ҡәҙерле дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.