3 декабрь, Шәмбе

07 май 2010 йыл, 13:21

Бөгөн Дан орденының тулы кавалеры Георгий Кузнецовтың тыуыуына 110 йыл

автор: Николай Ермоленко

Бөгөн Дан орденының тулы кавалеры Георгий Кузнецовтың тыуыуына 110 йыл тула. Ул 1900 йылдың 7 майында Ырымбур губернияһы Орск өйәҙенең Бурмаковский хуторында тыуған. Тәүге хәрби тәжрибәне Граждандар һуғышында ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тиҙ арала фронтҡа китә, 1942 йылдан алып Көнбайыш һәм 3-сө Белорус фронтында 31-се армияның 31-се инженер-сапер бригадаһына етәкселек итә.

3-сө дәрәжәләге Дан ордены менән Георгий Кузнецов 1944 йылдың 12-13 октябрендә Литва ССР-ның Леполаты ауылы эргәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн наградлана. 2-се дәрәжәләге Дан орденын 15 ғинуарҙа – Голдап, 1945 йылдың 10 февралендә Лыдзбарк-Вермински торама пункттары өсөн барған һуғыштар өсөн ала (икеһе лә – Польшала).

1945 йылда демобилизацияланғас, Кемерово өлкәһендә төпләнә, Белов ҡойоу-механика заводында эшләй. 1951 йылда 1-се дәрәжәләге Дан ордены менән наградлана һәм уның тулы кавалеры була. Йәнә сирек быуаттан һуң, был ордендың башҡа тулы кавалерҙары кеүек үк, ташламаларҙа Советтар Союзы Геройҙарына тиңләштерелгән булып сыға.

Георгий Иванович 1979 йылдың 20 апрелендә вафат булған, Белово ҡалаһында ерләнгән.