Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан вәкиле «Бәләкәй Тыуған илем» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды

Йәмғиәт

Өфө егете, 83-сө Михайловка профессиональ училищеһы студенты  Азат Шәүәлиев «Бәләкәй Тыуған илем» I Бөтә Рәсәй ижади эштәр конкурсында еңеп сыҡты.

«Бәләкәй Тыуған илем» конкурсы Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларына һәм ауылдарына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған. «Бәләкәй Тыуған илем» конкурсы сайты үҙенсәлекле бер энциклопедия булды, унда ҡатнашыусыларҙың тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләре бирелгән. Конкурсты ойоштороуҙа Рәсәй ауыл йәштәре союзы, РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы ҡатнашты. Конкурс жюрийы составына статс-секретарь – РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Петриков һәм РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Олег Рожнов инде.

«Бәләкәй Тыуған илем» конкурсына заявкалар 2009 йылдың 10 сентябренән 2010 йылдың 8 февраленә тиклем ҡабул ителде. Был ваҡыт эсендә конкурсты ойоштороу комитетына алты номинацияла 1800-ҙән ашыу эш килде. Һөҙөмтәлә төрлө номинацияла 24 эш иң яҡшы тип танылды. Еңеүселәр иҫәбендә Пенза, Ырымбур, Свердловск, Ростов, Кемерово, Нижегородка, Рязань, Белгород, Амур, Воронеж өлкәләре, Ставрополье крайы, Татарстан, Башҡортостан, Мордовия һәм башҡа төбәктәр вәкилдәре. Умартасы-подитель һөнәренә уҡыусы Азат Шәүәлиев та улар иҫәбендә. Конкурсҡа ҡуйған эшендә ул буласаҡ һөнәре, эшенә, ауыл ерендәге тормошҡа мөнәсәбәте һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләй.

Конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 18 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк. Бүләктәрҙе Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник тапшырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть