Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Белорет районында янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән

Йәмғиәт

Белорет районының Үрге Әүжән ауылында шәхси хужалыҡтарҙың береһендә фажиғәғә килтергән янғын үткән.

«Башинформ» агентлығына РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хужаның ҡунаҡҡа ҡайтҡан 31 йәшлек ҡустыһы иртән шау-шыуға уяна. Бүлмә төтөнгә тулған була. Ир урамға сығыуға өлгәшә.  

Йорт өҫтөнән төтөн күтәрелеүен күршеләр күрә һәм янғын һағына шылтырата. Янғын һүндереүселәр утты һүндереү барышында 48 йәшлек хужаның һәм уның 35 йәшлек ҡатынының мәйетен таба. Уттан сыға алған ир-егет янған продукттарҙың төтөнөнән ағыуланған, шунда уҡ дауаханаға алып барылған.  

Йорттағы мөлкәт, ҡыйыҡ уттан зыян күргән. Тәфтишселәр янғын сәбәбен асыҡлай.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть