4 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2010 йыл, 11:08

Өфөлә яңы мәсет һалына башланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң Дим районында яңы собор мәсете төҙөлә башланы. Бының өсөн бүленгән участка Гатчино урамындағы парк зонаһында урынлашҡан. Проектты «Экопроект «Вакар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең архитектура-планлаштырыу оҫтаханаһы эшләгән.

Ойошма белгестәре әйтеүенсә, Димдәге яңы ҡоролма күп ҡырлы ике ҡатлы бинанан торасаҡ. Уның уртаһында асылып етмәгән сәскә бөрөһө формаһында матур манара урынлаштырыласаҡ. Бинала ирҙәр өсөн 106 урынлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым 55 урынлыҡ ғибәҙәт ҡылыу залы буласаҡ. Объектты 2012 йылда тапшырырға планлаштырыла.

Уның заказсыһы – Дим районы мосолмандарының Дини берекмәһе. Мәсет төҙөүгә төп финанс средстволары граждандарҙың ирекле иғәнәләре иҫәбенә йыйылған.

Был мәсет Димдә берҙән-бер яңы дини ҡоролма булмаҫ, моғайын. Бында шулай уҡ Андрей Первозванный православие ғибәҙәтханаһын төҙөргә йыйыналар. Бөгөнгә был проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты билдәләнмәгән әле.

темалар: төҙөлөш, мәсет