11 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2010 йыл, 11:05

Социаль приют тәрбиәләнеүселәре һуғыш ветерандарына барҙы

автор: Сулпан Бикҡужина

Өфө районының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатында йәшәүсе ветерандар менән осрашты. Бында әлеге ваҡытта ете Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 34 тыл хеҙмәтсәне көн итә.  Акция балалар йорттарына ярҙам һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн “Балалыҡты ҡайтарыу” социаль адаптациялау проекты сиктәрендә ойошторолған.

Бөйөк Еңеүгә арнап, балалар һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы, ватансылыҡ рухы менән һуғарылған  һәм лирик шиғырҙар уҡыны, үҙ ҡулдары менән яҙылған картинаны бүләк итте.

Был осрашыуҙы Рәсәй православие меценаттары клубы һәм Башҡортостан Республикаһы мосолман меценаттары клубы ойошторҙо – ветерандарға йөрәк эшмәкәрлеген контролләүсе прибор – кардиограф бүләк итте, фронтовиктарҙы ҡотларға килгән Кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренә иһә православие яугиры доғалыҡтарын тапшырҙы.  

Осрашыуҙан һуң ҡатнашыусыларҙың барыһы ла байрам өҫтәленә саҡырылды.

темалар: акциялар