Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан ветеран «Суд приставтары хеҙмәте ветераны» миҙалын алды

Йәмғиәт

Рәсәйҙең Дәүләт академия бәләкәй театрында үткән Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған кисәлә Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры – Рәсәй Федерацияһының баш суд приставы Артур Парфенчиков Бөйөк Ватан һуғышы һәм Федераль суд приставтары хеҙмәте ветераны – Ишембайҙан Миңъямал Үтәкәеваға  «Суд приставтары хеҙмәте ветераны» миҙалын тапшырҙы. Был турала «Башинформ» агентлығына Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

18 йәшендә ул армияға алына һәм Украина, Белоруссия, Польша территорияларында һәм Германияның сигендә барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, Үтәкәева 23 йыл суд ҡарарын башҡарыусы булып эшләй.

Ватан һуғышы ордены һәм бик күп миҙалдар менән наградланған, ике тапҡыр ауыр яралана.

Башҡортостандан бер 86 йәшлек һуғыш ветераны ғына Еңеү Көнөн байрам итеүгә Мәскәүгә килә алған. Рәсәй Федераль суд приставы хеҙмәте директоры Артур Парфенчиков әйтеүенсә, Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан суд приставтары хеҙмәте һуғыштан һуң суд приставтары булып эшләгән бар ветерандарын да тиерлек эҙләп тапҡан. Уларҙың барыһына ла төбәктәге баш суд приставтары менән ошондай уҡ миҙал тапшырыласаҡ. Ул ветерандарҙы етеп килгән байрам менән ихлас тәбрикләне.  

Тантаналы сарала ветерандарҙы Иосиф Кобзон, Николай Расторгуев һәм «Любэ» төркөмө, Александр Маршал, Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле кеүек билдәле артистар, шулай уҡ балалар — суд приставтары менән ойошторолған «Гәлсәр йондоҙсоҡтар» конкурсы лауреаттары ҡотланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть