8 декабрь, Кесе йома

07 май 2010 йыл, 10:43

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу дауам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының  Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы өсөн быйыл йыл башы реформаларҙы дауам иттереү буйынса эштәр менән бәйле булды. Муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының торлаҡ-коммуналь комплекстарындағы былтырғы үҙгәртеп ҡороу эштәре темпы һаҡлана әле. Был турала ведомство башлығы Ғиман Әсәҙуллин БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһында хәбәр итте. Унда тармаҡ предприятиеларының быйыл беренсе кварталдағы эш йомғаҡтары ҡаралды, шулай уҡ республика торлаҡ-коммуналь хужалығының 2010-2011 йылғы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек буйынса бурыстары тикшерелде.

Дөйөм алғанда, быйыл беренсе квартал йомғаҡтары буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегендә ыңғай финанс һөҙөмтәләренә өлгәшелде. 7,8 миллиард һумлыҡ хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтелгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда үҫеш алты процент. Етештереү күләме яңы ҡеүәттәр индереү һәм торлаҡ төҙөлөшө үҫеүе менән бәйле уларҙы эш менән тәьмин итеү һөҙөмтәһендә артҡан. Күрһәткестәргә ҡыштың һалҡын булыуы ла йоғонто яһаған.

Ғиман Ғибаҙулла улы беренсе кварталда республика бюджеты иҫәбенә коммуналь системаларҙы үҫтереү өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, адреслы инвестиция программаһына ярашлы был маҡсаттарға 290 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Бынан тыш, быйыл ике инвестиция проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән средстволар үҙләштереләсәк. Мәҫәлән, «Өфөнөң социаль һәм инженер инфрастуктураһы объекттары төҙөлөшө»нә 651 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, ә «Белоретты һыу менән тәьмин итеү буйынса кисектергеһеҙ саралар. Белоретта Ҡатай һыу алғысын реконструкциялау һәм киңәйтеү»гә — 44 миллион һум самаһы.

Ведомство башлығы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеккә ҙур иғтибар бирҙе.

— Хәҙерге ваҡытта был мәсьәлә буйынса БР Хөкүмәте ҡарары әҙерләнә, — тип хәбәр итте Ғиман Әсәҙуллин. — Ул бөтә муниципаль берәмектәр башлыҡтарын һәм ҙур энергетика вәкилдәрен саҡырып Хөкүмәт ултырышында тикшереләсәк.