Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

“Өфө” аэропортында производство күрһәткестәренең тотороҡло үҫеше күҙәтелә

Иҡтисад

Икенсе кварталдың беренсе айында “Өфө” халыҡ-ара аэропорты планды 5,7 процентҡа арттырып үтәгән. 2009 йылдың апреленә ҡарата күләмдәр 29 процентҡа артҡан.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, апрелдә пассажирҙар ағымы 40 проценттан ашыуға артҡан һәм 111196 кеше тәшкил иткән, шул уҡ мәлдә халыҡ-ара йүнәлештәрҙә хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар иҫәбе 2,5 тапҡырға күбәйгән. Сағыштырыу өсөн ошондай һандар килтерелә: уҙған йылдың апрелендә халыҡ-ара рейстарҙа 10187 кеше хеҙмәтләндерелгән, быйыл иһә был күрһәткес 25674 кеше тәшкил иткән.

Дөйөм осош массаһы 25 процентҡа артып, 46709 тоннаға еткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть