Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертау дауаханаһы базаһында гемодиализ бүлексәһе асылды

Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан Күмертау үҙәк район дауаханаһы базаһында гемодиализ бүлексәһе асылды. Республиканың көньяҡ райондары халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙләнеп көттө.

Асыу тантанаһында ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Күмертауҙа яһалма бөйөр бүлексәһе асыу тураһында ҡарар ҡабул итеп, Президент һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡандарын даими таҙартыуға мохтаж ауырыуҙар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тотоп эш итте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Һуңғы йылдарҙа Күмертауҙан биш кешенең ғүмерен тура мәғәнәһендә Республика кардиология диспансерының гемодиализ бүлексәһендә оҙайтып килделәр, ә был аҙнаһына өс тапҡыр (!) республика баш ҡалаһына йонсотҡос сәфәр бит.

– Беҙҙең дауаханала гемодиализ бүлексәһе асыу— ул беҙҙең, Күмертау халҡы, өсөн генә түгел, күрше райондарҙан ауырыуҙар өсөн дә еңеллек тыуҙырасаҡ, хәҙер улар беҙгә дауаланырға йөрөйәсәк, — тип иҫәпләй улы яһалма бөйөргә мохтаж булған Флизә Баймөхәмәтова.

Күмертау дауаханаһының хирургия корпусының икенсе ҡатында урынлашҡан яңы бүлексәлә ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн бөтә нәмә әҙер. Ошо көндәрҙә генә Мәскәүҙән инженерҙар Италияның «Гамбро» компанияһында етештерелгән ҡорамалдарҙың һуңғы партияһын монтажланы һәм һынау үткәрҙе. Гемодиализ бүлексәһе мөдире Ғәлиә Хәйретдинова ла Боткин дауаханаһы базаһында ҡайтанан әҙерлек үткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть