Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Ишембай һәм Яңауыл Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан шашкала ярышты

Йәмғиәт

Ишембайҙа гимназия һәм мәктәп-интернат командалары араһында “Еңеү Кубогына” шашка турниры үтте. Ярыштар Еңеүҙең 65 йыллығына арналды.

Беренсе урынды һәм күсеп йөрөүсе "Еңеү Кубогын" Ишембайҙан 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты командаһы яуланы (Әмир Абдрахманов, Гөлназ Әбүбәкерова, Руфина Әйүпова һәм Юлиә Сафина).

Икенсе урын Ишембайҙың 1-се гимназияһы командаһына эләкте, “бронза” —И.Шәмуҡсинов исемендәге гимназия шашкасыларында (Яңауыл).

Ошо уҡ ваҡытта Яңауылда Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған шашка турниры үтте.

Ҡала шашка федерацияһы менән Яңауыл ҡалаһы һәм Яңауыл районы хакимиәте ойошторған спорт байрамына ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре саҡырылды.

Турнир башланыр алдынан шашка яратыусылар өсөн Стәрлетамаҡтан халыҡ-ара гроссмейстер Муродулло Амриллаев менән бер үк ваҡытта уйын сеансы ойошторолдо.

Был ярыштарҙа Булат Шәймәрҙәнов еңде.

Теги: шашка
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть