Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә монополияға ҡаршы көйләү нормалары тикшерелә

Иҡтисад

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ҡарамағында ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә конкуренцияны үҫтереү буйынса Эксперт советы төҙөлдө. Был советтың беренсе ултырышы 12 майҙа 15 сәғәттә «Башинформ» агентлығында үткәрелә.

Эксперт советы ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында даими эшләүсе кәңәшмә органы сифатында төҙөлдө. Эксперттарға шулай уҡ төрлө власть органдарының һәм хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың Рәсәй Федерацияһының ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендәге монополияға ҡаршы закондарын күҙәтеүе менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау ҙа йөкмәтелде.

Эксперт советы составына Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе; сауҙа эшмәкәрлеге алып барыусы һәм тауарҙар менән тәьмин итеүсе хужалыҡ субъекттары,  Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, БР Икмәк бешереүселәр союзы вәкилдәре инде.

Эксперт советы ултырышында «Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында» 381-се Федераль закон менән билдәләнгән монополияға ҡаршы көйләү нормалары тикшереләсәк.

Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы теләүселәрҙең барыһын да тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Һорауҙарҙы 7 майҙа 17 сәғәткә тиклем to03@fas.gov.ru электрон почтаһына йәки (347) 272-58-82 телефоны  буйынса факс аша ебәрергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть