Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Нефтекамала ветерандар күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын теркәү тураһында таныҡлыҡ алды

Иҡтисад

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Нефтекама бүлегендә ветерандар өсөн күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе буйынса айлыҡ тамамланды. Ул «БР буйынса Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса идаралығында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн Асыҡ ишектәр көнө» акцияһы сиктәрендә үткәрелде.

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡтарҙы тапшырыу тантанаһында бүлек хеҙмәткәрҙәре рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм геройҙарҙы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән йылы ҡотланы. Ветерандарға таныҡлыҡ менән бергә сәскәләр ҙә тапшырҙылар.

Был акция менән файҙаланып, күп ветерандар бер нисә күсемһеҙ милек объектына хоҡуғын теркәү мөмкинлеге алды. Улар иҫәбендә – фатирҙар,баҡса йорттары һәм ҡоролмалар.

Рәсми өлөштән һуң сәй өҫтәле артында ветерандар менән аралашыу дауам иттерелде.

Айлыҡ ваҡытында Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлек күсемһеҙ милек объекттарына 42 хоҡуҡ теркәне, шул иҫәптән 23 — баҡса йорттарына һәм ҡоролмаларға, биш —гараждарға, 12 — ер участкаһына, ике — фатирға. Тағы 15 таныҡлыҡ һуғышта ҡатнашыусыларға яҡын араларҙа биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть