Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

500 самаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны шифаханала дауаланыуға путевка алды

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһында 12 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән категория граждандары Еңеү көнө алдынан санатор-курорт дауаланыуға путевка алды, тип хәбәр итә РФ Социаль страховкалау фонды рәсми сайты. Бында май башына путевка алыу тураһында тапшырылған ғаризалар һаны 30 меңдән ашып китте. Һуғыш инвалидтарын һәм ветерандарын шифаханала дауалауҙы ойоштороу тураһында мәғлүмәт Фондтың төбәк бүлексәләренән көн һайын килә; бөтә путевкалар медицина күрһәтмәләренә ярашлы бирелә, тип билдәләнә белдереүҙә.

РФ Социаль страховкалау фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иң күп ғаризалар быйыл мартта килде, шул уҡ ваҡытта дүрт меңдән ашыу путевка бирелгән. Апрелдә бирелгән путевкалар һаны алты меңдән ашыу тәшкил итә. Иң күп путевкалар Үҙәк һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтарында бирелгән — һәр береһендә өс мең тирәһе; Волга буйы федераль округында ике меңгә яҡын путевка тапшырылған.

Башҡортостанда 1 майға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙан 760 ғариза биреүсенән 500 кеше санатор-курорт дауалауға путевка алды. Улар башлыса республика биләмәһендә урынлашҡан шифаханаларҙа ял итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть