10 декабрь, Шәмбе

06 май 2010 йыл, 12:54

Рәсәй пульмонологтары Өфөлә осраша

автор: Әлфиә Әһлиуллина

11-12 майҙа Өфөлә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында «Балалар һәм үҫмерҙәрҙең тын алыу органдары ауырыуҙарының актуаль мәсьәләләре» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Тын алыу органдары ауырыуҙары буйынса бындай конференциялар элек Воронежда, Ярославлдә, Архангельскиҙа, Смоленскиҙа үткәрелгән.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пульмонологтар конференцияһында Өфөлә Мәскәүҙең балалар педиатрияһы һәм балалар хирургияһы фәнни-тикшеренеү институты вәкилдәре, Рәсәй һәм Башҡортостан медицинаһының был өлкәләге алдынғы белгестәре ҡатнашасаҡ.  

Медиктарҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, балаларҙың тын юлы ауырыуҙары, шулар иҫәбендә бронхиаль астма һәм аллергик ринит кеүек ауыр аллергик ауырыуҙар педиатрияның көнүҙәк проблемаһы иҫәпләнә. Бөгөн Рәсәйҙә һәр дүртенсе балала тын алыу органы ауырыуы күҙәтелә. Тап ошо тын юлы ауырыуҙары балалар сиренең һәм сабыйҙар үлеменең төп өлөшөн тәшкил итә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау