6 декабрь, Шишәмбе

06 май 2010 йыл, 12:12

Ағиҙелдә «Виват, Рәсәй!» хәрби-спорт конкурс-фестивале үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

6 майҙа Ағиҙел ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Виват, Рәсәй!» хәрби-спорт конкурс-фестивале үтәсәк.

Уның маҡсаттары — йәштәргә патриотик һәм физик тәрбиә биреү, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеүҙе популярлаштырыу.

Йыл һайын үткәрелгән «Виват, Рәсәй!» зональ хәрби-спорт фестивалендә ҡаланың мәктәптәр, профессиональ училищелар командалары, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенән һәм Татарстан Республикаһының Аҡтаныш  ауылынан саҡырылған командалар ҡатнаша.

Балалар алдында 12 төрлө ярышта ҡатнашыу бурысы тора, улар араһында визит карточкаһы, сафҡа әҙерлек һәм йырҙар конкурсы, санитарҙар конкурсы, гер күтәреү спорты буйынса конкурс, автоматты йыйыу һәм һүтеү, пневматик винтовканан атыу һәм башҡалар.

Еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк.

Сараны ойоштороусылар – БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы менән Ағиҙел хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты.