3 декабрь, Шәмбе

06 май 2010 йыл, 11:55

8 майҙа Өфөлә баҡсасылар өсөн йәрминкә асыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

8 — 10 майҙа Эшсе хәбәрселәр урамы, 7 адресы буйынса элекке «Аврора» кинотеатры алдындағы майҙанда Башҡортостандың емеш совхоздары һәм үҫентеләр, баҡса кәрәк-ярағы һәм орлоҡтар менән сауҙа итеүсе предприятиелар ҡатнашлығында баҡсасылар өсөн йәрминкә ойошторола.

Йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сауҙа урындары бушлай бирелә.

Белешмәләр өсөн телефондар:

279-90-43 — Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең сауҙа бүлеге;

279-06-02 — Өфө хакимиәте ҡулланыу баҙары идаралығының Агросәнәғәт комплексы секторы.

темалар: анонс