Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Куйбышев тимер юлының төбәктәр бюджеттарына һалым түләүҙәре арта

Иҡтисад

Быйыл дүрт айҙа Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бюджетына күсергән һалым түләүҙәре суммаһы 58 процентҡа артты. Һалым түләүҙәре артыуы Куйбышев магистрале хеҙмәтләндергән бөтә төбәктәрҙә лә тиерлек теркәлде.  

Тимер юлдан һалым керемдәренең иң ҙур үҫеше Пенза өлкәһендә теркәлде: ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 84 процент тәшкил итте. Һамар өлкәһендә ғинуар-апрелдә һалым түләүҙәре – 67 процентҡа,   Мордовия Республикаһында 50 процентҡа артты.

Рәсәйҙең ун төбәге урындағы бюджеттарына Куйбышев тимер юлының һалым түләүҙәре суммаһы бөтәһе 1,6 миллиард һумдан ашып китте, был уҙған йылдың шул уҡ күрһәткесенән 60 процентҡа күберәк.

Белгестәр әйтеүенсә, хеҙмәтләндерелгән төбәктәрҙең урындағы бюджеттарына һалым түләүҙәренең артыуы башлыса тимер юлдың производство эшмәкәрлегенең әүҙемләшеүе һәм Куйбышев магистрале хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы менән бәйләнгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть