11 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2010 йыл, 11:27

МДМ Банк - 2009 йыл өсөн «Йыл дилеры» милли конкурсы еңеүсеһе

автор: Любовь Колоколова

МДМ Банк «Йыл дилеры» милли конкурсында 2009 йылдағы эшмәкәрлеге өсөн «2009 йылда банк-ара кредитлауҙа иң яҡшы дилинг» номинацияһында (The Best Money Desk 2009) еңеү яуланы.

Бынан тыш, был конкурста МДМ Банк «Иң яҡшы валюталы дилинг» номинацияһында (The Best Forex Desk 2009) икенсе урын алды. Шулай уҡ валюта баҙарында операциялар бүлеге начальнигы Михаил Сполохов «2009 йылда ҡыҫҡа ваҡытлы баҙарҙа иң яҡшы дилер» номинацияһында (The Best Forward Dealer 2009) өсөнсө урын алды.

Йыл һайын үткәрелеүсе «Йыл дилеры» милли конкурсы Мәскәү халыҡ-ара валюта ассоциацияһы менән ойошторола (ММВА). Еңеүселәр алдынғы Рәсәй дилерҙары араһында үткәрелгән һорау алыуҙар буйынса билдәләнә.

Быйыл бүләкләү тантанаһында банк, биржа, компанияларҙан, ассоциациялар, дәүләт көйләү органдары һәм киң мәғлүмәт сараларынан 900-ҙән ашыу вәкил ҡатнашҡан. Тантанала илебеҙҙең 150 алдынғы дилерҙары араһында үткәрелгән һорау алыуҙар буйынса ете номинацияла еңеүселәр иғлан ителгән.