10 декабрь, Шәмбе

06 май 2010 йыл, 11:19

Мәсетле районында реконструкциянан һуң тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы асылды

автор: Марина Шумилова

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын, шулай уҡ Мәсетле районының 80 йыллығын байрам итеү сиктәрендә район үҙәге – Оло Ыҡтамаҡ ауылында реконструкциянан һуң район тарихи-крайҙы өйрәнеү музейын асыу тантанаһы үтте, ул балалар сәнғәт мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Тантанала район хакимиәте вәкилдәре, мәктәп музейҙары етәкселәре, китапханалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Мәсетле районында тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы 1967 йылда уҡ асылғайны. Бөгөн муниципаль район хакимиәтенең, шулай уҡ предприятиелар һәм ойошмаларҙың финанс ярҙамы арҡаһында ул ҡайтанан яңыртылды. Район етәкселеге бөтә мәсетлеләргә материалдар йыйыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Экспонаттар ярайһы уҡ байтаҡ йыйылған, район тарихына ҡағылышлы, мәсетлеләрҙең эштәре һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләүсе документтар, фотографиялар, китаптар, хаттар һәм иҫтәлектәрҙе барыһы ла бергәләп йыйған. Экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында материалдар айырым бер урын биләй.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Әмирйән Сәлимов, әле эшләйһе эштәр байтаҡ, тағы ла күберәк материалдар йыйып, киләһе быуындар өсөн һаҡларға кәрәк, тип билдәләне. Ул музей директоры Марат Ғафаровҡа, Мәсетле районы музейы экспозицияларын булдырыуҙа ғәмәли һәм методик ярҙам күрһәткән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Мәктәп музейҙары етәкселәре район музейына байтаҡ яңы экспонаттар тапшырҙы. Музей буйлап беренсе экскурсияны уның директоры Марат Ғафаров үткәрҙе.

темалар: музейҙар