Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Үҙәк район мәсете асылды

Йәмғиәт

Мәсетле районының хакимиәт үҙәге – Оло Ыҡтамаҡ ауылында Үҙәк район мәсете асылды. Тантаналы сарала БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, район хакимиәте башлығы Юнир Солтанов, республиканың бер нисә район һәм ҡалаларынан имам-хатибтар ҡатнашты. Үҙәк район мәсете имам-хатибы Әнис Ҡазыхановҡа Аллаһы Тәғәлә йортонан символик асҡыс һәм иҫәпһеҙ бүләктәр тапшырылды.

Дини ғәмәлдәрҙән һуң ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡорбанға салынған мал итенән әҙерләнгән былауҙан ауыҙ итте. Әйтергә кәрәк, ҡорбан малын Үҙәк район мәсете асылыуға район хакимиәте башлығы Юнир Солтанов менән райондың баш табибы Алек Яруллин биргән.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть