10 декабрь, Шәмбе

06 май 2010 йыл, 10:58

«Ҡыҙыу пейджер»: мөрәжәғәттәр иҫәбе арта

автор: Сергей Захаров

Апрелдә Өфө хакимиәтенең «Ҡыҙыу пейджер» хеҙмәтенә 229 граждан мөрәжәғәт иткән. Март менән сағыштырғанда был 44-кә күберәк. Бынан алдағы мөрәжәғәттәренә ҡала халҡы төрлө ҡала инстанцияларынан 75 яуап алған: 31 ғариза ыңғай хәл ителгән, 44-е буйынса аңлатмалар бирелгән. Мөрәжәғәттәрҙең ҡалған өлөшө әлеге ваҡытта ҡаралыу өҫтөндә.

Традицион рәүештә мөрәжәғәттәр буйынса Калинин районы беренселекте бирмәй – 59. Октябрь районынан  48 кеше мөрәжәғәт иткән, Орджоникидзе районынан — 43, Совет районынан — 39, Киров — 28, Ленин районынан — 10. Өфөнөң Дим биҫтәһенән ни бары ике мөрәжәғәт килгән.

Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе — ремонт һәм торлаҡ йорттарҙы файҙаланыу. Ошо сәбәпле 57 граждан шылтыратҡан. Туғыҙ кеше йылыны бығаса һүндермәүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдергән. Һәм был көндәр йылыныуға ҡарамаҫтан. Ете мөрәжәғәт ҡыйыҡ ябыу эштәренә ҡағыла. Алты кеше һыу үткәргестәр системаһы эшенән риза түгел.

Ихаталарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса 54 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 21 гражданды — йәмәғәт транспорты, 14 кешене социаль өлкә ҡәнәғәтләндермәй. Һәр төрлө инстанциялар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары һәм фатирға түләүҙәргә ялыуҙар кәмегән: 27 марттағы 44-кә ҡаршы.

«Ҡыҙыу пейджер» мөрәжәғәттәр ҡабул итеүен дауам итә. «Мэрия» абоненты исеменә 277-09-11 телефоны аша шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Иң мөһиме, операторға үҙегеҙ йәшәгән районды, адресығыҙҙы, фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен һәм телефонығыҙҙы әйтергә онотмағыҙ.