7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2010 йыл, 10:39

Башҡортостандың 68 мең страховкалаусыһы Пенсия фондына иҫәп бирҙе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында мотлаҡ пенсион һәм медицина страховкалауына иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре буйынса Рәсәй Пенсия фондының  БР буйынса Бүлексәһенә Башҡортостандың 68 мең страховкалаусыһы иҫәп-хисап биргән. Шуларҙың 17 меңдән ашыуы электрон-цифрлы ҡултамға менән элемтә каналдары буйынса электрон төрҙә иҫәп биргән.

Берҙәм социаль һалым бөтөрөлгәндән һуң мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәһе тарифы 20 процент тәшкил итә. Түләүселәрҙең айырым категориялары өсөн страховка иғәнәләрен иҫәпләүҙә кәметелгән тарифтар ҡулланыу хоҡуғы һаҡланған, ул 14-тән 10,3 процентҡа тиклем тәшкил итә. Страховкалаусыларҙың яртыһынан ашыуы ошондай тарифтар ҡулланған.

Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүге кварталда үҙенең эшселәре өсөн Пенсия фондына иң ҙур күләмдәге түләүҙәрҙе республиканың иң эре ойошмалары күсергән. Шуларҙан «Башнефть-добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — һәр береһе 135 миллион һумдан ашыу, «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 121 миллион һумға түләүҙәр башҡарған.  

Тапшырылған отчеттар һөҙөмтәләре буйынса страховка иғәнәләренең ҡануниәт менән билдәләнгән ваҡытта түләнмәүе йәки тулыһынса түләнмәүе асыҡланған осраҡта Пенсия фонды органдары менән түләүсенең банкта булған матди средстволары, шулай уҡ башҡа төрлө мөлкәте иҫәбенә бурысты мәжбүр итеп түләтеү саралары күреләсәк. Бурысты ҡайтарыу Федераль суд приставтары хеҙмәте аша башҡарыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды Бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, Пенсия фонды июлдә йәнә бер яңы мәсьәләне үтәүгә тотона – түләүселәрҙән икенсе квартал өсөн страховка иғәнәләре буйынса иҫәп-хисап һәм һәр эшләүсе өсөн иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре буйынса шәхси мәғлүмәт ҡабул итә башлаясаҡ. Был күсерелгән бар суммаларҙы эшләүселәрҙең шәхси иҫәптәренә ваҡытында индерергә мөмкинлек бирәсәк.

темалар: пенсия фонды