7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2010 йыл, 10:12

Урмандарҙы тергеҙеү эштәре дауам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Урман һәм баҡса айлығы осоронда Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү эштәре әүҙем алып барыла. Ағас культуралары ултыртыу эштәрен беренселәрҙән булып «Ҡалтасы урманы» һәм «Бәләбәй урманы» дәүләт унитар предприятиелары тамамланы. Илеш, Ҡалтасы һәм Дүртөйлө райондары биләмәләрендә ағас үҫентеләре ултыртыу майҙаны 270 гектар тәшкил итте, Бәләбәй,  Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондарында – 300 гектар.

Был предприятиелар белгестәре урман культураларын тулыландырыу һәм питомниктарҙа үҙ сәсеү материалын үрсетеү өсөн орлоҡ сәсеү менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итәләр.

Бөрйән, Дәүләкән, Йылайыр, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ райондары предприятиелары ағас ултыртыуҙы тамамланы тиерлек.

Быйыл 5 майға ҡарата ултыртырға тәғәйенләнгән урман культураларының яртыһынан ашыуы (57 процент) ултыртылған да инде. Дөйөм ултыртыу майҙаны 3180 гектар тәшкил итте.

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урман участкаларын ҡуртымға алыусыларҙа эштәр насарыраҡ тора. Улар 36 гектар майҙанда ғына ағас ултыртҡан. Ә уларға бөтәһе 2400 гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарырға кәрәк.