11 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2010 йыл, 9:48

Башҡортостан парламенты депутаттары дарыуҙарға хаҡты контролдә тота

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында депутаттар дарыу препараттарына хаҡтарҙы дәүләт көйләүе буйынса хәлде тикшерҙе. «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәйес Хәсәнов һәм Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Салауат Дауытов үҙ сығыштарында «Дарыуҙарҙың әйләнеше тураһында» Федераль законды ҡабул иткәндән һуң был өлкәләге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Тикшереү барышында депутаттар дарыуҙарға хаҡты билдәләү өлкәһендә хәлде яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтте.      

Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһында халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу тураһында» БР Законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереүсе закон проекты ҡаралды, уны парламенттың май ултырышы көн тәртибенә индереү өсөн Дәүләт Йыйылышы Президиумына беренсе уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим итергә ҡарар ителде.

Депутаттар «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 37-се һәм 50-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» 340721-5-се федераль закон проектын да хупланы, уның менән коллектив килешеүҙәр алып барыу һәм коллектив договор, килешеүҙәрҙе теркәү тәртибе аныҡлана.