6 декабрь, Шишәмбе

05 май 2010 йыл, 18:02

Мәләүез районында сәсеү тәүлек әйләнәһенә алып барыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүез районы баҫыуҙарында сәсеү агрегаттары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Механизаторҙар сменалап эшләй. Тупраҡта дым запасы аҙ булыу сәбәпле, игенселәр яҙғы сәсеүҙе сифатлы итеп һәм ваҡытында үткәреү өсөн барыһын да эшләргә тырыша.

— Бөгөнгө көнгә районда яҙғы иген культуралары 16050 гектарға сәселгән, был пландың 44 проценты, — ти Мәләүез районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов. – Кискә был һан 18 мең гектарға тиклем артасаҡ. Ә бөтәһе яҙғы иген культуралары 36 мең гектар майҙанға сәселергә тейеш.

Иген культуралары менән бер рәттән ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр сөгөлдөрө, картуф, бер йыллыҡ үләндәр ҙә сәсә башланы. Иртә яҙғы культураларҙы Еңеү көнөнә тиклем сәсеп бөтөрөргә планлаштыралар. Арпа, һоло, борсаҡ сәсеү тамамланды ла тиерлек. Төп иген культураһы – бойҙай ҡалды. Ҡалған культуралар график буйынса сәселәсәк.

Район игенселәре киләһе уңышҡа яҡшы нигеҙ әҙерләнеләр. Быйыл минераль ашламалар тураһында алдан хәстәрлек күрҙеләр һәм хәҙер гектарына 27 килограмдан индерәләр. Былтыр һәр гектарға 21-әр килограмм ғына минераль ашлама бүлә алғайнылар.