Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты Указы менән оборона-сәнәғәт комплексы йәш хеҙмәткәрҙәре өсөн стипендия билдәләнде

Иҡтисад

Илдең оборона-сәнәғәт комплексының иң яҡшы йәш хеҙмәткәрҙәре хәҙер 20 мең һум күләмендә стипендия ала аласаҡ. Рәсәй Президентының "Рәсәй Федерацияһының оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының йәш хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында" Указына 2010 йылдың 29 апрелендә ҡул ҡуйылды.

20 мең һум күләмендәге айлыҡ стипендия йәш (35 йәшкә тиклемге) инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә, белгестәргә һәм юғары квалификациялы эшселәргә ҡоралдарҙың, хәрби, махсус һәм инновацион техниканың сифатын яҡшыртыуҙы, хәрби һөҙөмтәлелеген һәм конкуренцияға һәләтлелеген тәьмин иткән алдынғы фәнни-техник һәм производство-технологик ҡаҙаныштары өсөн билдәләнгән.

Стипендия Рәсәй Президенты тарафынан РФ Хөкүмәте күрһәтеүе буйынса өс йылға тиклем ваҡытҡа билдәләнә, тип ҡаралған. Стипендия бер үк кешегә бер нисә тапҡыр тәғәйенләнеүе мөмкин, ә йыл һайын стипендия алыусылар һаны 1000 кешенән артмаҫҡа тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть