9 декабрь, Йома

05 май 2010 йыл, 17:16

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

автор: Марина Шумилова

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Башҡорт дәүләт университеты Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған “Күп милләтле дәүләт шарттарында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалар һәм перспективалар” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.  

Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү – Өфөлә халыҡ-ара форум тикшерәсәк өҫтөнлөклө проблемалар иҫәбендә. Ғалимдар, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, БР Президенты Хакимиәте, Мәғариф министрлығы, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы активы бөгөн ошо мөһим бурысты хәл итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Телде юғалтыу – һәр ҡайһы этностың юҡҡа сығыуының төп «симптомы». Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында федераль закон менән уның территорияһында йәшәгән бөтә этностарҙың телдәре милли ҡаҙаныш һәм мәҙәни мираҫ итеп иғлан ителгән. Был закон менән туған телдә уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең төрлө формаларын ойоштороуҙа, телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн кәрәкле шарттар булдырыуҙа дәүләт яҡлауы, булышлыҡ итеү гарантиялана.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ҡалаларҙа һәм райондарҙа телдең торошон, уҡыу йорттарында башҡорт телен өйрәнеү, мәҙәниәт һәм фәндең төрлө өлкәләрендә башҡорт телен ҡулланыу мәсьәләләрен тикшерҙе, Башҡортостанда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, башҡорт халҡы традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙең әһәмиәтен билдәләне, башҡорт телен һаҡлауҙа башҡорт интеллигенцияһының ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был юҫыҡтағы ҡаҙаныштар менән бер рәттән етди иғтибар талап иткән проблемалар ҙа билдәләнде. Улар иҫәбендә түңәрәк өҫтәлде алып барыусы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты деканы Марат Зәйнуллин башҡорт йәштәренең үҙ туған теленә вайымһыҙлығы көсәйә барыуын атаны. Был башлыса ил һәм халыҡтарҙың иҡтисади ғына түгел, шулай уҡ милли, мәҙәни үҙенсәлектәрен юя барыусы глобалләшеү процесы менән аңлатыла. Был шарттарҙа башҡорт телен һаҡлау дәүләттең дә, шулай уҡ йәмәғәтселектең дә маҡсатҡа йүнәлешле яҡлауын талап итә.

— Беҙ башҡорт телен һаҡлау һәм артабан үҫтереү буйынса эш алып барырға тейешбеҙ, һәм бында төп роль башҡорт интеллигенцияһына йөкмәтелә, — тип билдәләне Марат Зәйнуллин.

Башҡорт телен өйрәнеү сифатын яҡшыртыу маҡсатында Марат Зәйнуллин башҡорт гимназияларында һәм лицейҙарында башҡорт теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханын индереүҙе кәрәкле тип иҫәпләй. Түңәрәк өҫтәлдә республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың туған телен өйрәнеүе айҡанлы борсолоу белдерелде. Хатта 160 меңдән ашыу башҡорт тупланып йәшәгән күрше Силәбе өлкәһендә лә балалар туған телен яҡшылап өйрәнерлек бер генә башҡорт гимназияһы йәки лицейы ла юҡ.

Дискуссия барышында башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи-әхлаҡи потенциалын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт халҡын туплауға йүнәлтелгән байтаҡ тәҡдимдәр әйтелде. Был тәҡдимдәр дөйөмләштереп, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп документтарын әҙерләгәндә файҙаланыласаҡ.