3 декабрь, Шәмбе

05 май 2010 йыл, 15:42

Өфөлә Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата аллея барлыҡҡа килде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө урман хужалығы техникумы студенттары Бөйөк Еңеү көнө алдынан бөтә ҡалаға символик бүләк яһаны. Уларҙың тырышлығы менән иҫтәлекле аллея ултыртылды. Лимонарийҙа – 65 шыршы үҫентеһе, тағы шул тиклем урмансылар паркы территорияһында ултыртылды. Эштәрҙә йөҙгә яҡын студент ҡатнашты.

— Бындай сараларҙы беҙҙең уҡыу йорто традицион рәүештә үткәрә. Был юлы ул иҫтәлекле дата – 9 майға арналды, — ти Өфө урман хужалығы техникумының урман һәм урман паркы хужалығы бүлеге мөдире Гүзәл Сафиуллина. – Бынан тыш, студенттар «Парктар маршы»нда, өмәләрҙә һәм башҡа сараларҙа даими ҡатнаша.

6 майҙа шулай уҡ байрам алды саралары сиктәрендә урман хужалығы техникумында студенттарҙың уҡытыусылар — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуы үткәреләсәк.