9 декабрь, Йома

05 май 2010 йыл, 14:40

БДУ-ла «Деканға һорауыңды бир» акцияһы башлана

автор: Эльмира Сабирова

6 майҙан Башҡорт дәүләт университетында «Деканға һорауыңды бир» акцияһы башлана.

Уның сиктәрендә уҡыусылар, буласаҡ абитуриенттар, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре уҡыу йортоноң бөтә факультеттары декандарына үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә ала. Телефондар http://www.bashedu.ru/ сайтында бирелгән.

Һорауҙар һәр кесе йома һайын 14 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ БДУ-ның ҡабул итеү комиссияһына шылтыратырға ла мөмкин: 273-67-08.

Университеттың матбуғат үҙәге етәксеһе Наталья Никеринаның һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай акцияны ойоштороу идеяһы буштан-баш тыуманы.

— «Комсомольская правда» газетаһында ойошторолған тура телефон бәйләнеше сиктәрендә ректор Әхәт Мостафинға бик күп төрлө һорауҙар бирҙеләр. Теманың мөһимлеген аңлап, беҙ был эште вуз кимәлендә әүҙемләштерергә һәм «Деканға һорауыңды бир» акцияһын ойошторорға ҡарар иттек. Шулай итеп, декандар абитуриенттарҙы иң ныҡ борсоған проблемалар хаҡында туранан-тура белә ала.

Наталья Никерина әйтеүенсә, ихтимал, акция июнь айында ла оҙайтылыр.

темалар: мәғариф