8 декабрь, Кесе йома

05 май 2010 йыл, 13:41

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн бөтә донъя йәмәғәтселеге Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнөн билдәләй. Илебеҙҙә был кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, иң аҙ яҡланған граждандар категорияһына инә. Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтергә тейеш.

Бөгөн Рәсәйҙә генә 13 миллионға яҡын инвалид йәшәй. Йыл һайын илебеҙҙә 700 меңдән ашыу кеше ғәрипкә әйләнә.

Башҡортостанда инвалидтарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, республика ҡалаларында һәм райондарында даими рәүештә инвалид балаларға ярҙам акциялары үткәрелә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус эш урындары булдырыла. Ҡайһы бер ҡалаларҙа инвалидтарҙың спорт менән шөғөлләнеүе өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Күп инвалидтар, фажиғәгә дусар булыуҙарына ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, эштә һәм спортта ҙур уңыштарға өлгәшә. Стәрлетамаҡта йәшәүсе дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов быға өлгө булып тора ла.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү алдынан һуғыш инвалидтарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мохтаж булыусыларға торлаҡ шарттары яҡшыртыла. 3 майҙан 12-һенә тиклем Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары ҡала-ара һәм ҡала эргәһе автобустары, йылға суднолары, тимер юл, самолеттар транспорт хеҙмәтләндереүҙәре  менән бушлай файҙалана ала. Шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә зыян күргән бөтә локаль һуғыш инвалидтары ла алыҫ араға бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана ала.

темалар: инвалидтар