4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2010 йыл, 11:47

Ике айҙа республикала автомобилдәрҙе утилләштереүгә 4000 танытма бирелде

автор: Любовь Колоколова

Сафтан сыҡҡан һәм утилләштереүгә тапшырылған автомобилдәр урынына яңы автотранспорт саралары һатып алыуҙы стимуллаштырыу буйынса дәүләт эксперимент программаһын тормошҡа ашырыуҙың тәүге ике айында Башҡортостан Республикаһы территорияһында 4000 танытма теркәлде. Был турала БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация министрлығы хәбәр итә. Тотош Рәсәй буйынса 55 000 танытма теркәлгән, 15 688 автомобиль һатылған.

Башҡортостан дилерҙары тарафынан быйыл апрелдә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына 16,45 миллион һум күләмендә субсидия алыу өсөн һатылған автомобилдәр буйынса отчеттар ебәрелде. Республика утилләштереүселәре эксперимент башланғандан алып  3200-ҙән ашыу иҫке автомобилде утилләштереүгә ҡабул итте.