11 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2010 йыл, 11:31

32 еңеүсе һәм призер – уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһе

автор: Эльмира Сабирова

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Башҡортостандан 85 бала 19 предмет буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашты. Уларҙан 4 кеше – еңеүсе, 28-е призер булды. Республика уҡыусылары хоҡуҡ, инглиз теле, экология буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

— Башҡортостанда Олимпиада хәрәкәте йылдан-йыл әүҙем үҫешә. Һәм һөҙөмтә булараҡ — төбәк кенә түгел, федераль этапта ла еңеүселәр һәм призерҙар һаны арта, — ти БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот. – Мәҫәлән, әгәр 2000 йылда улар һигеҙ булһа, 2001 — 11, 2009 – 28, быйыл был һан инде 32-гә тиклем артты, — тип билдәләне Наталья Алексеевна.

Олимпиадаларҙың Бөтә Рәсәй этабында еңеүселәр һәм призерҙар Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Күмертау ҡалалары, шулай уҡ Белорет, Бәләбәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Туймазы, Яңауыл, Шишмә райондары мәктәптәрендә уҡый.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙың йомғаҡлау этаптарында еңеүселәр илдең үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инә ала. Улар шулай уҡ "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр булып торасаҡ.

Бынан тыш, ҡайһы бер балалар, халыҡ-ара олимпиадаларҙа Рәсәй йыйылма командалары составында илебеҙ өсөн сығыш яһап, үҙ көсөн һынап ҡарай аласаҡ.

темалар: мәғариф