10 декабрь, Шәмбе

05 май 2010 йыл, 10:58

Шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеү буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла

автор: Сергей Захаров

4 майҙа "Башсельхозтехника" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында туғыҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужаһы бүлеп түләүгә ауыл хужалығы техникаһы алды. Былар башлыса ауыл халҡында ҙур һорау менән файҙаланған төрлө модификациялы "Беларус" тракторҙары.

Хәйбулла, Асҡын, Өфө һәм Балаҡатай райондары вәкилдәре бындай мөмкинлеккә "шәхси ихата" комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә эйә булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны, уға ярашлы республика бюджетынан бүленгән 200 миллион һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға тендер үткәрелгәйне. Тракторҙар, бесән сапҡыстар, тағылмалар, пресс-йыйғыстар, һабандар һәм башҡа агрегаттар айырым бер шарттарҙа һатып алына — ун йылға бүлеп түләү менән тәүге взнос 10 проценттан ашмай.

Программала ҡатнашыусылар менән Премьер-министр үҙе осрашты. Крәҫтиәндәр менән һөйләшеү сәғәттән ашыу дауам итте. Бер-береһенә дәғүә белдермәй, ентекле һәм эшлекле һөйләшеү килеп сыҡты.

Раил Сарбаев, бөгөн ауылды һаҡлау бик мөһим, ә бының өсөн шәхси хужалыҡтар етеш булырға тейеш, тип билдәләне.

темалар: ауыл хужалығы