5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2010 йыл, 10:28

Өфөлә Хәрби парадты 770 ветеран ҡабул итәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Хәрби парадты 770 самаһы ветеран ҡабул итәсәк. Уларҙан 500-ө тирәһе – Өфөлә йәшәүселәр, ҡалған 270 кеше – республиканың төрлө райондарынан. Был турала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов Өфө мэрияһында уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

Сынтимер Баязитов шулай уҡ 9 майҙа Владимир Ленин исемендәге майҙанда үтәсәк байрам сценарийының ҡайһы бер мәлдәрен асып һалды. Мәҫәлән, 11 сәғәт 30 минутта бында ветерандарҙың осрашыуы үтәсәк. Сәғәт 12-лә майҙанға хәрби байраҡтар сығарыласаҡ. Ә инде 12 сәғәт 14 минутта ике ҙур экранда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ҡотлауын трансляциялау башланасаҡ. Быйыл ул илдең күп ҙур ҡалаларында реаль ваҡыт режимында трансляцияланасаҡ.

12 сәғәт 21 минутта хәрби парад үҙе башланасаҡ, унда ике меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡатнашасаҡ. Трибуналар алдынан тантаналы марш менән Өфө гарнизоны ғәскәрҙәре, республиканың көс структуралары подразделениелары, ветерандар ойошмалары һәм патриотик клубтар колонналары үтәсәк. Улар артынан Бөйөк Ватан һуғышы заманындағы ретро-техника һәм хәҙерге заман хәрби техникаһы парады үтәсәк. Сынтимер Баязитов әйтеүенсә, парадта Т-34 танкы ла ҡатнашасағы тураһында ҡарар ителде. Парадты ойоштороусылар, ул асфальт япмаға минималь зыян килтерер, тип ышана. Бынан тыш, Октябрь проспектының был участкаһында парад байрамынан һуң тағы бер ҡат асфальт йәйергә планлаштыралар.

Парадты тамамлап, майҙан өҫтөнән Еңеү көнө атрибутикаһы менән биҙәлгән вертолет осоп үтәсәк. Бынан һуң театрлаштырылған тамаша башланасаҡ, унда ике меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.

темалар: еңеү көнө