4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2010 йыл, 9:55

Вячеслав Титов вафат булды

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 3 майында күренекле етәксе, республикала етештереүҙе һәм белем биреүҙе ойоштороусы Вячеслав Михайлович Титов 61-се йәшендә ҡапыл вафат булды.

В.М. Титов 1949 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 4-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1966 йылда Өфө нефть институтының киске бүлегенә уҡырға инә. Уны 1972 йылда “химия-технологик процестарҙы автоматлаштырыу һәм комплекслы механизациялау буйынса инженер-электромеханик” специальносы буйынса тамамлай. Институтта уҡыуы менән бер рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһында 4-се урта мәктәптә уҡытыусы, унан һуң Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика цехында электр слесары булып эшләй.

1972 йылда барий етештереү цехтарын хеҙмәтләндереү буйынса контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика цехы мастеры итеп тәғәйенләнә. 1975 йылдан 1976 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң Стәрлетамаҡ “Сода” етештереү берекмәһенә әйләнеп ҡайта һәм 1-се абсорбция-дистилляция цехына смена мастеры вазифаһына ҡабул ителә. 1978 йылдан 1984 йылға тиклем ошо цех начальнигы урынбаҫары, ауыр сода цехы начальнигы урынбаҫары, беренсе кальцийлау цехы начальнигы, кальцийлы сода производствоһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1984 йылда Киров исемендәге Урал политехник институты ҡарамағындағы производство һәм төҙөлөштө ойоштороусыларҙы әҙерләү факультетын тамамлай. 1985 йылдан 1987 йылдың сентябренә  тиклем партия эшендә була.

1987 йылдың декабрендә В.М. Титов Стәрлетамаҡ “Сода” етештереү берекмәһе директоры, 1990 йылда — “Сода” берекмәһенең генераль директоры, 1994 йылдан “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткән йылдарҙа предприятие Рәсәйҙә химия сәнәғәте флагмандарының, БДБ-ла кальцийлы соданы иң эре етештереүселәрҙең береһенә әүерелә. Бында тиҫтәләрсә төрҙәге химия продукцияһы, төҙөлөш материалдары һәм көнкүреш химияһы сығарыла, улар донъялағы бик күп илдәргә экспортлана.

“Сода” берекмәһен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн В.М. Титовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы”, “Көрсөк шарттарында юғары профессионализм һәм предприятиеға һөҙөмтәле идара иткән өсөн” Бөйөк Петр исемендәге милли йәмәғәт премияһы, “Карьера-2001” VIII Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, “Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры”, “Йыл директоры”, “Йыл инженеры” исемдәре бирелә. Халыҡтар дуҫлығы, Почет, II дәрәжә Бөйөк Петр ордендары, “Рәсәй иҡтисады лидеры” почетлы билдәһе менән бүләкләнә.

Вячеслав Михайлович ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. 1993 йылда уға техник фәндәр кандидаты, 2002 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. Ул – БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Бер нисә тапҡыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы халыҡ депутаттары Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

2006 йылдың ғинуарынан В.М. Титов “Башҡорт дәүләт университеты” юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһының Стәрлетамаҡ филиалы директоры булып эшләй, уның үҫешенә ҙур өлөш индерә. Филиал дәүләт аккредитацияһын уңышлы үтә, яңы специальностар асыла. Уҡыусылар һаны арта, фәнни-методик һәм матди-техник база нығый. Студенттарҙың ғилми тикшеренеү эше әүҙемләшә, ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар яҡшыра.

Талантлы етәксе һәм һоҡланғыс кеше Титов Вячеслав Михайлович хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.

темалар: хәтер