7 декабрь, Шаршамбы

05 май 2010 йыл, 9:32

Башҡортостан Президенты «Салауатнефтеоргсинтез»да булды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

4 майҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре барышында «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау объекттарында булды.

Сәфәр барышында Мортаза Рәхимов предприятиеның экологик программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ «Кама-1» ҡоролмаһының эше менән танышты. Ҡоролма предприятиенан ағып сыҡҡан зарарлы һыуҙарҙы утилләштереү өсөн тәғәйенләнгән һәм «СНОС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау объекттары комплексына инә.

«Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев республика Президентына, предприятиела экологик именлек мәсьәләләренә етди иғтибар бирелә, тәбиғәтте һаҡлау проекттарына инвестициялар бүленә, тип хәбәр итте.