10 декабрь, Шәмбе

04 май 2010 йыл, 17:45

Һуғыш ветерандары ҡала транспортында бушлай йөрөйәсәк

автор: Любовь Колоколова

3 майҙан 12-һенә тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр ҡала транспортында бушлай йөрөйәсәк. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы «Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм уларға тиңләштерелгән кешеләрҙең бушлай йөрөүен ойоштороу тураһында» ҡарар ҡабул итте.

Транспорт ойошмаларына («Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы, Өфө Электротранспорт муниципаль идаралығы, «Өфөнөң йылға кисеүҙәре эксплутация контораһы» муниципаль унитар предприятиеһы), шулай уҡ шәхси ташыусыларға хәйриә маҡсатында күрһәтелгән срокта һуғыш ветерандарын һәм быға хоҡуғы булған башҡа кешеләрҙе бушлай йөрөтөргә тәҡдим ителде. Шулай итеп, өлкән быуынға һуғыш йылдарында Еңеү хаҡына эшләгән изге эштәре өсөн рәхмәт белдереләсәк.