5 декабрь, Дүшәмбе

04 май 2010 йыл, 17:15

Башҡортостан – һалым керемдәре буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Волга буйы федераль округы субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы һалым керемдәре буйынса өсөнсө урынды биләй, Татарстан Республикаһы һәм Һамар өлкәһе менән бер рәттән бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға һалым түләүҙәренең төп өлөшөн тәьмин итә. Беҙҙең төбәк буйынса быйыл ғинуар-мартта 37,1 миллиард һум һалым һәм башҡа мәжбүри түләүҙәр индерелде.  

Һалым табыштарының төп өлөшө – акциздарҙан керемдәр, ул һигеҙ миллиард һум тәшкил итте, өҫтәлгән хаҡҡа һалым – ете миллиард һумдан ашыу, физик шәхестәрҙең табыштарына һалым — алты миллиард һум. Быйыл беренсе кварталда уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда акциздарҙан керемдәр — 32,8 процентҡа, НДС —15,7 процентҡа, НДФЛ — 1,5 процентҡа, НДПИ 2,1 тапҡырға артты.

Федераль бюджетҡа – 15,3 миллиард һумдан ашыу, республика бюджетына 11,4 миллиард һум һалым һәм йыйымдар күсерелде. БР бюджетының 99,5 проценты ойошмаларҙың килеменә һалым (40,6 процент), физик шәхестәрҙең табыштарына һалым (30,6 процент), ойошмаларҙың милкенә һалым (13,5 процент), акциздар (7,5 процент), транспорт һалымы (4,4 процент) керемдәренән тупланған.

2009 йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда бөтә кимәлдәр бюджеттарына керемдәр 19,5 процентҡа артты, шул иҫәптән федераль бюджет өлөшөндә – 38,7 процентҡа, территориаль бюджет – 8,9 процентҡа. Республика бюджетына керемдәр – 10,7 процентҡа, урындағы бюджеттарға 0,8 процентҡа артты.

темалар: һалымдар