6 декабрь, Шишәмбе

04 май 2010 йыл, 16:24

«Хәтер» байрам акцияһы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Хәтер» акцияһы үтәсәк. Был турала бөгөнгө матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов хәбәр итте.

Акция 8 – 9 майҙа үтәсәк. Унда 592 сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе предприятиеһы ҡатнашасаҡ. Улар иҫәбендә «Пятерочка», «Матрица», «Байрам», «Магнит» кеүек ҙур магазиндар селтәрҙәре, «Ҡорсо», «Меркурий», «Лопатино» сауҙа комплекстары һәм башҡалар. Акция ваҡытында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә ташлама яһаласаҡ. Акцияла ҡатнашҡан бөтә предприятиеларҙа һәм магазиндарҙа ярашлы плакаттар эленәсәк.