10 декабрь, Шәмбе

04 май 2010 йыл, 16:12

Милли әҙәби музей "Ҡәләм һәм штык менән..." күргәҙмәһен ойоштора

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли мәҙәниәт музейы “Ҡәләм һәм штык менән...” күргәҙмәһен үткәрә. Ул 7 майҙа Милли мәҙәниәт музейының күргәҙмәләр залында асыла.

Музей директоры Гөлдәр Моратова хәбәр итеүенсә, "Ҡәләм һәм штык менән..." күргәҙмәһе Башҡортостандан яҙыусыларҙың 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуына арнала.

Унда яҙыусы-фронтовиктарҙың шәхси әйберҙәре, наградалары, ҡулъяҙмалары, китаптары, фотографиялары ҡуйыласаҡ.

Хөрмәтле ҡунаҡтар сифатында күргәҙмәне асыуға яҙыусы-ветерандар Азат Мағазовты, Нәжиб Асанбаевты, Суфиян Поварисовты, Әхәт Ниғматуллинды, шулай уҡ яҙыусы-ветерандарҙың тол ҡатындарын саҡырырға планлаштырыла.

темалар: күргәҙмәләр